+21 °С
Болотло


«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса 3,5 миллион һум күләмендәге аҡсаны ауылды төҙөкләндереүгә тотонмаҡсы. Парк яңыртыла, балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйыла. Бынан тыш, ике күперҙе өлөшләтә ремонтлау, клубтың ҡоймаһын яңыртыу ҡаралған.
Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов конкурс йомғаҡтары буйынса наградлау тантанаһында «Айыҡ ауыл-2022» конкурсы сиктәрендә ҙур ҡаҙаныш өсөн янғын һүндереү машинаһы һатып алыныуын иғлан итте. Сарала шулай уҡ ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар тәбрикләнде.
Фото: https://vk.com/district_haibulla?z=photo-117650762_457266062%2Fwall-117650762_21412