Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Май 2023, 10:19

Төркиәлә һыуға батҡан баланың ғүмерен ҡотҡарған

"Ниһайәт, балаланың йөрәге тибеп китә, ауыр тын ала башлай, ашығыс ярҙам килгәнсе күҙҙәрен аса."

Төркиәлә  һыуға батҡан баланың ғүмерен ҡотҡарғанТөркиәлә  һыуға батҡан баланың ғүмерен ҡотҡарған
Төркиәлә һыуға батҡан баланың ғүмерен ҡотҡарған

Бөрө үҙәк район дауаханаһынан шәфҡәт туташы Эльза Сәлмәнова башҡаларҙың бәләһенән ситтә ҡалмаған. Бәхетһеҙ осраҡтың шаһиты булған саҡта ҡатын Төркиәлә ял итеп йөрөгән, тип һөйләне республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Уның күҙ алдында бассейндан туғыҙ йәшлек малайҙы тартып сығарғандар. Ул бер минут ваҡытын да әрәм итмәйенсә бала эргәһенә ташлана һәм уға беренсе ярҙам күрһәтә башлай.

«Уны баштүбән әйләндереп, күкрәгенә баҫа башлайҙар. Үпкәһенән һыу сыҡҡандан һуң Эльза Рәйес ҡыҙы  йөрәгенә массаж эшләй. Ниһайәт, балаланың йөрәге тибеп китә, ауыр тын ала башлай, ашығыс ярҙам килгәнсе күҙҙәрен аса», - тип һөйләне Максим Забелин. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе ҡатнашы булғандарҙың барыһын да Шәфҡәт туташы көнө менән ҡотланы һәм уларға һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләне.

Фото: Максим Забелиндың социаль селтәрҙәре.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас