+21 °С
Болотло


Кисә Бөрйән районы хакимиәтендә махсус хәрби операция барышында һәләк булған хәрбиҙең туғандарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһын тапшырыу тантанаһы уҙған.
Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн кесе сержант Ҡасимов Тимур Йәлил улы үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградаланған. Награда геройҙың әсәһе Гөлнур Фәйзрахман ҡыҙы Фәхретдиноваға тапшырылды.
Награда тапшырылғандан һуң һәләк булған яугир-герой иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.
https://vk.com/bstnews?z=photo-85076499_457283245%2Falbum-85076499_00%2Frev