+21 °С
Болотло


Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, республикаға ҡырауҙар килә.
Ведомствола -3 градусҡаса һалҡынайтыуы хаҡында иҫкәрттеләр.
Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында ҡырау төшөүе көтөлә. Шулай уҡ төбәк томан менән ҡаплана, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.
Һауа торошоноң боҙолоуы менән бәйле төбәктә йәшәүселәрҙе тиҙлек режимын үтәргә кәрәклеге хаҡында иҫкәрттеләр.