Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
14 Май 2023, 14:11

Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаһы боҙолған ғаиләгә ярҙам иткән

Водитель ҡатыны менән Булгаков ауылына табипҡа китеп барыуы хаҡында һөйләп биргән.

Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаһы боҙолған ғаиләгә ярҙам иткәнБашҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаһы боҙолған ғаиләгә ярҙам иткән
Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаһы боҙолған ғаиләгә ярҙам иткән


Өлкән лейтенант Ҡасим Әхмәтйәнов һәм кесе лейтенант Артур Гилмөхәмәтов Өфө - Белорет трассаһында патруллек итеү барышында капоты асыҡ торған Renault машинаһын күреп ҡалған. Водитель ҡатыны менән Булгаков ауылына табипҡа китеп барыуы хаҡында һөйләп биргән.

Инспекторҙар машинаның ГРМ-ҡайышы өҙөлөүен асыҡлаған. Юлдың был участкаһында элемтә бәйләнеше булмаған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ауыр хәлдә ҡалған ғаиләгә ярҙам итергә ҡарар иткән. Улар үтеп барған бер машинаны туҡтатып, уның ярҙамында ирле-ҡатынлыға дауаханаға барып етергә ярҙам иткән.

Афарин! 👏


https://vk.com/bstnews?z=photo-85076499_457283261%2Falbum-85076499_00%2Frev

Автор:
Читайте нас