+21 °С
Болотло


Йырсы Әнүәр Нурғәлиев социаль селтәргә бер йыр һалған. Был йырҙы уҙған аҙнала юл фажиғәһендә һәләк булған блогер туғаны Диана Сәфәроваға бағышлаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 9 майға ҡарай төндә Шишмә ауылында була. 32 йәшлек ҡатындың өс балаһы ҡала.
Әнүәр Нурғәлиев әйтеүенсә, фажиғәнән һуң, уның йөҙө күҙ алдынан китмәй. Көндәлек тормошонда, уны бик әҙ ҡосаҡлауына үкенә. «Был йырҙы күптән, 2022 йылдың 3 сентябрендә яҙҙым, - тигән ул. - Ниңә һалмай йөрөгәнмен белмәйем, бөгөн генә ваҡыты еткәндер, күрәһең. Яҡындарығыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ, һуңға ҡалдырмағыҙ».