

Башҡортостанда йәнә махсус операцияла ҡатнашҡан ғаиләләрҙең газ үткәреүгә ғариза биреү мөмкинлеге хаҡында республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һөйләнеләр.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең айырым категориялары газ үткәреү өсөн файҙаланырға мөмкин булған 100 мең һумлыҡ сертификат алыуға хоҡуҡлы. Был халыҡ иҫәбенә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә инә. Был хаҡта Башҡортостан башлығының 2019 йылдың авгусындағы указына индерелде. Яңы төҙәтмәлә тап хәрбиҙәр, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм мобилизацияланғандар, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары ла инә.
Бөтәһе 8434 заявка бирелде, шуларҙың 7698-е зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды, - тине оператив кәңәшмәлә «Газпром Межрегионгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: 8,4 мең ғариза - махсус операцияла ҡатнашыусылар ғына түгел, башҡа категориялар ҙа инә.
Фото: https://ru.freepik.com