+21 °С
Облачно


Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиев авария шаһиттарын эҙләй. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майға ҡарай төндә Шишмәлә юл фажиғәһендә йырсының һеңлеһе Диана Сәфәрова һәләк булды.
Бөгөн йырсы был эштә аңлашылмаусанлыҡтар күп, тип белдерҙе. - 9 майҙа Шишмә ҡасабаһында булған енәйәт эштәре тураһында хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. Авария мәлен күреүселәрҙе хәбәр итеүҙәрен һорайым, - тине йырыс үҙенең сәхифәһендә.
Фото: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_59283