Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
15 Май 2023, 16:56

Яҡташыбыҙ әсәһенең тыуған ауылында мәсет төҙөгән

Афарин! Сауабын насип итһен!

Яҡташыбыҙ әсәһенең тыуған ауылында мәсет төҙөгәнЯҡташыбыҙ әсәһенең тыуған ауылында мәсет төҙөгән
Яҡташыбыҙ әсәһенең тыуған ауылында мәсет төҙөгән

Иглин районының Яңы Ҡобау ауылында бөгөн яңы мәсет асыу тантанаһы уҙҙы. Иман йортон Сафуан Әбүзәров атлы ир-уҙаман һалған.

Уның әсәһе ошо ауылда тыуып үҫкән икән. Олатаһы Вәлиәхмәт урындағы мәсеттә мулла булып торған. Ул ваҡытта ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла намаҙ уҡыған, ислам ҡанундарын теүәл үтәгән. 1917 йылғы ваҡиғаларҙан һуң мәсетте япҡандар.

Аллаһ йортон 2021 йылда төҙөй башлағандар, ике йыл тигәндә эштәр тамамланған. Мәсет асыу тантанаһында республика мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин ҡатнашты. Һуңынан байрам ҡунаҡтары мәсеттә тәүге байрам намаҙын уҡыны.

Сарала ҡатнашыусылар «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ла ҡушылды - мәсет тирәләй ағастар ултыртты.

Афарин! Сауабын насип итһен!

Башҡортостаным | яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас