Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
16 Мая 2023, 15:29

Башҡорт лицейы һәр саҡ алда!

Балалар, уҡытыусылар, атай- әсәйҙәр концерт номерҙары күрһәтте.

Башҡорт лицейы һәр саҡ алда!Башҡорт лицейы һәр саҡ алда!
Башҡорт лицейы һәр саҡ алда!

Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн уларҙа мәктәп һабантуйы үткән.

«Барыһы ла һабантуйҙағыса булды: көрәштеләр, арҡан тартыштылар, тоҡ менән һуғыштылар, көршәк ваттылар. Балалар, уҡытыусылар, атай- әсәйҙәр концерт номерҙары күрһәтте. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр милли биҙәүестәр эшләү, башҡорт милли аштары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Һабантуйҙы баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенән етәкселәр ҙә килеп ҡарап, башҡорт лицейының ошондай матур саралар үткәреү буйынса һәр саҡ өлгө булыуын билдәләне, уларҙың эшен юғары баһаланы. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә байрамдан ҡәнәғәт ҡалды, белем усағы директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахмановҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.

Ошондай уҡ мәктәп һабантуйы киләһе аҙнала З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында үтә. Уны Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы ойоштора», - тип хәбәр иттеләр башҡорт гимназияһынан.

https://vk.com/kurultaibashkir?z=photo-109622739_457326233%2Fwall-109622739_68407

Автор:
Читайте нас