

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн көндөҙ республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡтан талғын, көньяҡ буйынса киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ 18, 23 градус.
Шаршамбы, 17 майҙа ла яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6, 11 градус, Башҡортостандың таулы райондарында 1 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ 19, 24 градус.
Кесаҙна, 18 майҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6, 11 градус, Башҡортостандың таулы райондарында 1 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ һауа 18, 23 градусҡаса йылына, көньяҡ-көнсығышта 13 градусҡа тиклем.