

Ағымдағы йылдың 14-15 июлендә Учалы районының Ҡотой ауылында Рәсәйҙең спорт мастеры Ғайсар Хәлиҙәр улы Ғәлина иҫтәлегенә арналған «Олотау йыйыны» мини-футбол буйынса фестивале үтә.
Быйыл сара бишенсе тапҡыр уҙғарыла һәм футбол фестивале форматында ойоштороласаҡ.
14 июлдә - төркөм этабы, 15 июлдә плей-офф уйындары үтәсәк.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, урындар сикләнгән. Шулай булғас, командағыҙҙы теркәргә ашығығыҙ!
Ғаризалар ҡабул итеү этабы асыҡ, улар фестивалдең рәсми сайты аша ҡабул ителә: olotau.ru.
«Олотау йыйыны»ның юбилей фестивале еңеүсеһенә башҡорт тоҡомло ат һәм сараның яңы эксклюзив кубогы тапшырыласаҡ.
Теләгәндәр фестивалгә түбәндәге номер буйынса ярҙам итә ала:
7 961 049 9771 (Һаҡлыҡ банкы) йәки 5469 3800 3931 8943
https://vk.com/kurultaibashkir?z=photo-109622739_457326256%2Fwall-109622739_68470
