Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Май 2023, 04:30

Нисек ирекле янғын һүндереүсе булырға?

Ул 18 йәше тулған Рәсәй гражданы була ала. Бының өсөн кәрәк:

Нисек ирекле янғын һүндереүсе булырға?Нисек ирекле янғын һүндереүсе булырға?
Нисек ирекле янғын һүндереүсе булырға?

Тәүлек эсендә генә Башҡортостанда 29 янғын сыҡҡан, шуларҙың 15-е - 4 гектар майҙанда үлән һәм сүп-сар янған. Стәрлетамаҡ, Бөрө һәм Краснокама райондарында ҡоро үлән янды. Янғындарҙы һүндергәндәр. Бындай мәғлүмәтте Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Сәләм тапшырыуына индереүҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы вәкиле Петр Ильин хәбәр итте.

Янғындарҙы һүндереүҙә ярҙам итергә теләүселәргә ирекле янғын һүндереүсе булыуы мөһим. Ул 18 йәше тулған Рәсәй гражданы була ала. Бының өсөн кәрәк:

- Ирекле янғын һағына ғариза бирергә.

- Волонтерҙар реестрында теркәлергә, тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 272-46-71 телефоны аша алырға йәки электрон адресҡа хат яҙырға кәрәк

- Махсус белем алыу, унан һуң - таныҡлыҡ алыу

- Һаулыҡ торошо мөһим - һеҙ физик яҡтан ныҡ  булырға тейешһегеҙ. Кешеләргә ярҙам итеү, янғын һүндереүселәргә янғын менән көрәштә генә түгел, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеүҙә лә профессиональ янғын һүндереүселәргә ярҙам итеү теләге үтә мөһим.

Автор:
Читайте нас