Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Май 2023, 14:09

Күгәрсен районында йылдың тәүге игеҙәктәре тыуған!

Йәш ғаиләне ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

Күгәрсен районында йылдың тәүге игеҙәктәре тыуған!Күгәрсен районында йылдың тәүге игеҙәктәре тыуған!
Күгәрсен районында йылдың тәүге игеҙәктәре тыуған!

Халыҡ-ара ғаилә көнө алдынан Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылынан Илдар һәм Нурзиә Садыҡовтарҙың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға булған – игеҙәк ҡыҙҙары тыуған. Уларҙың Ғүмәр һәм Әхмәт исемле улдары үҫә. Ата-әсә яңы тыуған ҡыҙҙарына Хәлимә һәм Кәримә тигән матур исемдәр биргән.

✒Садыҡовтар балаларын теркәү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша Күгәрсен районының ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт иткән һәм документтарҙы онлайн тәртиптә юллаған.

🌺🎉Йәш ғаиләне ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас