

Радий Хәбиров әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары тураһындағы документҡа үҙгәрештәр индерҙе. Указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документта билдәләнеүенсә, 2024 йылдан премиялар йыл һайын тапшырыла башлай. Берешәр миллион һум аласаҡ өс лауреатты һайлайҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда премиялар ике йылға бер тапҡыр тапшырыла ине. Түләүҙең күләме 500 мең һум ине.
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-49.userapi.com%2Fimpf%2F4ebn7_Dd_2Ge8OMKsGx3OUMndsn3sRwliOzjWQ%2FtlLb_ecgN5U.jpg%3Fsize%3D604x453%26quality%3D95%26sign%3D13d62c4ef56a3d22b59af96079b50d93%26type%3Dalbum&lr=172&pos=4&rpt=simage&text=салават%20юлаев%20ордены