Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Май 2023, 19:14

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова ҡотҡоға бирелмәҫкә саҡыра:

Һуңғы көндәре миңә личкаға ла, ошонда төркөмгә лә, Темәстәге йыйын тураһында иғландар ташланылар. Йәнәһе, иртәгә Темәс ауылында ер мәсьәләләре буйынса йыйын була. Ярай, булһын да, ти. Унда кемдәр ҡатнаша?

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова ҡотҡоға бирелмәҫкә саҡыра:Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова ҡотҡоға бирелмәҫкә саҡыра:
Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова ҡотҡоға бирелмәҫкә саҡыра:

💥Һуңғы көндәре миңә личкаға ла, ошонда төркөмгә лә, Темәстәге йыйын тураһында иғландар ташланылар. Йәнәһе, иртәгә Темәс ауылында ер мәсьәләләре буйынса йыйын була. Ярай, булһын да, ти. Унда кемдәр ҡатнаша? Көн тәртибе нимәнән ғибәрәт? Ниндәй документта теркәлгән ер мәсьәләләре ҡарала? Конкрет юридик документтар бармы? Булһа – ҡайҙа улар? Ниңә интернетта күрһәтелмәй?..

💥Ә, асылда, был тағы ла бер юридик документҡа ла нигеҙләнмәгән, ә бушҡыуыҡ фараздарға ғына ҡоролған болғаҡ. Мин был хаҡтағы ҡағыҙҙарҙы төрлө тармаҡтарҙан эҙләп ҡараным инде, улар – юҡ. Бында лицензия эҙләү-эҙләнеү эштәренә генә бар. Темәс ерелегендә, әле һүҙ алып барылған оксидлы маргенец рудалары ятҡылығы билдәләнмәгән. Был хаҡта, бәлки, ябай халыҡ белмәйҙер ҙә? Ә, бәлки, уның белмәүе лә хәйерҙер. Халыҡҡа “ана, беҙҙе талайҙар”, “ана, беҙҙе ҡыйырһыталар”, “ана, беҙҙе иҙәләр” тип меҫкен халәтен һеңдереп, кәрәктә уны болғандырып, ҡорбандарын биреп тороу ҙа ҡайһы бер халыҡ “яҡлаусыларының” кәсебенә әйләнде бит. Шул юҫыҡта кемдәрҙер герой булып күренә.

💥Илде баҫып алыу өсөн дошман ни эшләй? Иң тәүҙә уның эсенә үтеп инеп, халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡуя һәм эстә бола сығара. Ул саҡта тышҡы дошмандың кәрәге лә юҡ, беҙ эстә үҙ хөкүмәтебеҙгә ҡаршы, башҡа милләттәргә ҡаршы, күршебеҙгә ҡаршы... Бына ошо хәл күҙәтелә әле беҙҙең арала.

💥Илһөйәрлек ул айырым бер йыйын йыйып ялҡынлы хәбәр һөйләүҙән генә ғибәрәт түгел, сәйәси хәлдәрҙе аңлар-аңламаҫ йәштәрҙе йыйып төрмәгә тығыуҙан да ғибәрәт түгел, халыҡты ошо юҫыҡтағы хәбәрҙәр менән томалап ҡайҙандыр аҡсалар алып ятыуҙан да ғибәрәт түгел ул. Илһөйәр икәнһегеҙ, милләтегеҙгә файҙа килтерергә теләйһегеҙ икән – булдыҡлы, белемле, абруйлы ир-егеттәр булығыҙ. Шул ерҙәрҙе үҙегеҙ алығыҙ. Ниңә бығаса шул тармаҡты бер башҡорт та алмаған ерлектә? Фермер хужалыҡтары булдырығыҙ, эшҡыуарлыҡты үҫтерегеҙ, башҡорттарға эш урындары бирегеҙ. Хөкүмәттә урындар биләгеҙ! Депутатлыҡҡа ынтылығыҙ! Һис юғы ауылдарҙа айныҡ тормош алып барған, ауыл хужалығын күтәргән, балалар үҫтереп тәрбиәләгән атайҙар булығыҙ. Быларҙы башҡара алыу өсөн иһә – белемле булығыҙ, эшлекле булығыҙ. Әлеге тәңгәлдә бит берәү ҙә ҡамасауламай.

💥Бөгөн илебеҙ яу эсендә. Көн дә егеттәребеҙҙе ерләйбеҙ. Һәм ошо мәлдә ҡайҙалыр ил эсендә йыйын йыйып, ил хөкүмәтенә ҡаршы сәйәсәт алып барыу – һатлыҡйәнлек. Беҙ бөгөн мөмкин тиклем берҙәм һәм ойошҡанлы булырға тейеш. Илегеҙҙе дошман алһа, ғаиләгеҙҙе ҡайҙа алып китерһегеҙ? Һатылырһығыҙмы? Әллә һеҙ ил эсендә ил төҙөп алыуға ышанаһығыҙмы? Һеҙ ниндәй реаль юлдар тәҡдим итәһегеҙ беҙгә?

💥Милләттәштәр! Әйҙәгеҙ, аңһыҙ ҡотҡо юлына баҫмайыҡ. Илдән айырылып ҡайҙа барырға ниәтләнәһегеҙ? Ситтән финансланған ағымдарҙың эске тарҡатыу йоғонтоһона бирелмәйек. Беҙгә был илде әле еңеүгә алып барып еткерәһе, шул ил эсендә милләтте һаҡлап алып ҡалаһы, ошо илдә балаларҙың киләсәген ҡайғыртаһы бар. Уйлы, самалы, алдынғы ҡарашлы булайыҡ.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас