Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Май 2023, 13:10

Торатауҙы ике һыбайлы һаҡлай

Был турала «Торатау» геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев хәбәр итте.

Торатауҙы ике һыбайлы һаҡлайТоратауҙы ике һыбайлы һаҡлай
Торатауҙы ике һыбайлы һаҡлай

Май айы башынан Торатау буйында атлы патруль эшләй башланы.

Был турала «Торатау» геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев хәбәр итте. Патруль территорияла дөйөм тәртип өсөн яуаплы, шулай уҡ туристарға рөхсәт ителмәгән һуҡмаҡтарҙан йөрөүҙе тыя. Бынан тыш, һыбайлылар тәбиғәт ҡомартҡыһын автомобилдә йөрөүҙән һаҡлай, усаҡ яғыу һәм сүп-сар ырғытыу артынан күҙәтә. Әлегә патруль ике аҙна эшләп өлгөргән. Уның һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн лицензияһы, тәжрибәһе һәм махсус ҡорамалдары бар.

Артур Иҙелбаев белдереүенсә, әлегә ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән. Халыҡ атлы патрулгә аңлап ҡарай.

https://vk.com/bstnews?trackcode=fde513fbdX2NhnrOFMxynsIF7clM6D1eNREa0KezBrbhmps-j8H4HHE_wo9-tWWW2Qre1E7UP0o1ABDer6gcs-y8siOdyq4aelKy5g&w=wall-85076499_60290

Автор:
Читайте нас