Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2023, 20:20

Әлфизә һәм Салауат Алтынсуриндарға Рәхмәт хаты килеп төшкән

"Улығыҙ менән ғорурланырға хаҡығыҙ бар!"

Әлфизә һәм Салауат Алтынсуриндарға Рәхмәт хаты килеп төшкән
Әлфизә һәм Салауат Алтынсуриндарға Рәхмәт хаты килеп төшкән

Ошо көндәрҙә Мәләүез районы Ҡотош ауылында йәшәгән Әлфизә һәм Салауат Алтынсуриндарға улдары Азат хеҙмәт иткән ерҙән Рәхмәт хаты килеп төшкән. Батальон етәкселегенән килгән хатта ошондай юлдар бар: " Хөрмәтле Әлфизә Фирғәт ҡыҙы һәм Салауат Зөфәр улы! Һеҙгә лайыҡлы ил һаҡсыһы үҫтергәнегеҙ өсөн тәрән хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ. Улығыҙ менән ғорурланырға хаҡығыҙ бар!".

Яҡташтарыбыҙҙың ҡыуанысын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ һәм Азаттың хәрби хеҙмәтен уңышлы тамамлап, тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

 

Фотолар - ғаилә архивынан.

Лена Хайруллина

"Көнгәк" гәзитенән.

 

Автор:
Читайте нас: