Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2023, 14:48

Башҡортостандан бер туған хәрбиҙәр махсус операция барышында үҙҙәрен күрһәткән

Уларҙың әсәһе Гөлнара Ғәзнәүи ҡыҙы үҙенең улдары менән ғорурлана.

Башҡортостандан бер туған хәрбиҙәр махсус операция барышында үҙҙәрен күрһәткән
Башҡортостандан бер туған хәрбиҙәр махсус операция барышында үҙҙәрен күрһәткән

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә махсус хәрби операция зонаһында үҙҙәрен күрһәткән бер туған ағай-эне хаҡында яҙған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, олоһо Абдувәли уҙған йылдың майынан махсус операция зонаһында. Яраланған иптәшен ҡотҡарғанда үҙе ҡаты яраланған һәм ике операция кисергән. Тиҙҙән тағы бер операция көтөлә. Яҡташыбыҙҙың батырлығы Суворов миҙалы һәм IV дәрәжә Георгий тәреһе менән билдәләнгән.

Уның ҡустыһы Алижон махсус хәрби операция башланғансы Алкинда хеҙмәт иткән, унда ефрейтор дәрәжәһен алған. Хеҙмәтен тултырғас та контракт төҙөгән. Хәрби операцияла ҡатнашҡан осорҙа Жуков, «Һуғышсан хеҙмәттәре өсөн», «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн», «Инженер тәьминәте бурыстарын үтәгәндә тырышлығы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

«Уларҙың әсәһе Гөлнара Ғәзнәүи ҡыҙы үҙенең улдары менән ғорурлана. Абдувәли менән Алижонды ысын ир-егет итеп тәрбиәләгән. Һәр тыныс көнөбөҙ артында армияла хеҙмәт итеүселәрҙең һәм илебеҙҙе һаҡлаусыларҙың ауыр хеҙмәте тороуын онотмаһаҡ ине», — тип яҙған Яңауыл хакимиәте башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-05-24/rodnye-bratya-voennosluzhaschie-iz-bashkirii-otlichilis-v-hode-svo-3270302

Автор:
Читайте нас: