Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2023, 20:16

Белем алған өсөн һалым ҡайтармаһы тураһында

Баланы уҡытҡан өсөн аҡсаны кире ҡайтарғанда, уның суммаһы үҙең өсөн йә ҡәрҙәшең өсөн алған аҡса күләменән айырыла.

Белем алған өсөн һалым ҡайтармаһы тураһында
Белем алған өсөн һалым ҡайтармаһы тураһында

Үҙең белем алған өсөн дә, балаңдың, ҡәрҙәшеңдең (24 йәшкәсә), тәрбиәгә алған кешеңдең (18 йәшкәсә) уҡыуы өсөн дә тотонған аҡсаның бер өлөшөн ҡайтарырға мөмкин.

Үҙең өсөн түләһәң - уҡыу формаһы мөһим түгел. Башҡалар көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш. Балалар баҡсаһы, юғары уҡыу йорто, автомәктәп йәки сит телдәр курсы булһынмы - иң мөһиме, учреждениеның лицензияһы булыуы мотлаҡ.

🔹Баланың уҡыуы өсөн ҡайтарма аҡсаһы

Баланы уҡытҡан өсөн аҡсаны кире ҡайтарғанда, уның суммаһы үҙең өсөн йә ҡәрҙәшең өсөн алған аҡса күләменән айырыла. Был осраҡта һалым ҡайтармаһының иң ҙур күләме - йылына 6 500 һум (йәғни 50 мең һумдың 13 проценты).

Ата-әсәгә бер лимит - 2024 йылдан алып сығымдар өсөн 14 300 һумға тиклем (110 мең һумдың 13 проценты).

Белем алыуға, дауаланыуға һәм дарыуҙар һатып алыуға һалым ҡайтармаһы арттырылды. Закон буйынса һалым түләүсе ҡайтарманы күпме һәм ҡайҙа алырға мөмкин булыуы тураһындағы мәғлүмәт ошонда.

Дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһы хаҡында - ошонда.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: