Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2023, 11:27

Танылған ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин республика исеменән халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнашты

"Халыҡ-ара сәхнәлә Башҡортостан исеменән сығыш яһауыма, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм музыкабыҙҙы башҡа илдәргә сығарыуыма бик шатмын."

Танылған ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин  республика исеменән халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнашты
Танылған ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин республика исеменән халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнашты

23 майҙа Уральск ҡалаһында төрки телле халыҡтар дуҫлығы сәнғәте халыҡ-ара фестивале үтте. Бында Айзербайджан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Татарстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Башҡортостан музыканттары һәм артистары ҡатнашты. Беҙҙең республика исеменән фестивалдә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы һәм дирижер Рәмил Ғәйзуллин сығыш яһаны.

Был юлы Рәмил Мәүлит улы яңғыҙ сығыш яһап, тамашасыларға ҡурайҙа ике композиция тәҡдим итте. Ул «Башинформ» редакцияһы менән фестивалдән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

«Бындай саралар музыканттарҙың аралашыу өсөн генә түгел, төрки халыҡтарҙың халыҡ уйын ҡоралдарын популярлаштырыу өсөн дә мөһим. Ғәжәп, ләкин фестивалдә ҡатнашыусы бөтә музыканттар ҙа ҡурайҙың барлығын белмәй ине. Ҡайһы берәүҙәр уны беренсе тапҡыр ишетеп күрҙе.

Халыҡ-ара сәхнәлә Башҡортостан исеменән сығыш яһауыма, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ һәм музыкабыҙҙы башҡа илдәргә сығарыуыма бик шатмын."

Рәмил Ғәйзуллиндың әйтеүе буйынса, Ҡаҙағстануны бик йылы ҡаршы алған, ә Айзербайджан һәм Төркиә вәкилдәре үҙҙәренә саҡырған. Артист Башҡортостан Республикаһының Урал өлкәһе башлығынан фестивалдә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаты, шулай уҡ буласаҡ сараларҙа ҡатнашыуға саҡырыу алған.

Автор:
Читайте нас: