Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2023, 09:21

Бөгөн һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

Бөгөн һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Бөгөн һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Бөгөн, 28 майҙа, Башҡортостанда аномаль эҫе һауа торошо һаҡлана. Һауа температураһы көндөҙ йәнә 32 градусҡа тиклем күтәреләсәк, тип хәбәр итә Башгидромет.

Яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Әйтәйек, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.

Дүшәмбе, 29 майҙа, көндөҙ республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 27, 32 градус йылы буласаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: