Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2023, 09:11

Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһенең һуңғы көнөндә Дмитрий Дюжев һәм Дарья Мороз сығыш яһаясаҡ

Сара ҡунаҡтарын бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә.

Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһенең һуңғы көнөндә Дмитрий Дюжев һәм Дарья Мороз сығыш яһаясаҡ
Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһенең һуңғы көнөндә Дмитрий Дюжев һәм Дарья Мороз сығыш яһаясаҡ

Бөгөн, 28 майҙа, Өфөлә «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үҙ эшен тамамлай. Сара ҡунаҡтарын бай һәм ҡыҙыҡлы программа көтә.

Шулай итеп, бөгөн китаптарҙы Өфө хосписына тапшырыу тантанаһы үткәрелә. Республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре башҡорт авторҙарының әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыясаҡ. Төп сәхнәлә кискеһен Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Дмитрий Дюжев (18:00) һәм Дарья Мороз (19:00) сығыш яһай, улар әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡый. Киске сәғәт 8-ҙә «Алые паруса» нәфис фильмы күрһәтеләсәк.

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: