Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2023, 21:35

Оло Моҡастың үҙ китабы донъя күрҙе

Уны кем әҙерләгән тиһегеҙме? 

Оло Моҡастың үҙ китабы донъя күрҙе
Оло Моҡастың үҙ китабы донъя күрҙе

Мәләүез районы Смаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда  журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаты Тәлғәт Шаһмановтың тыуған ауылы тарихына, генеалогияһына арналған «Оло Моҡас» китабының исем туйы үтте.
Был мәҙәни сараға экологик хәүефлелек арҡаһында бөтөрөлгән ауылдың элекке кешеләре, уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән йыйылды.
Яңы китаптың исем туйын әҙерләүҙә, уны үткәреүҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова, ауыл китапханаһы китапханасыһы Зәлиә Байгилдина, Динис Бүләков исемендәге музей директоры Кинйәбикә Юлмөхәмәтова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсимә Суҡбаева, шулай уҡ үҙешмәкәр артистар ҙур әүҙемлек күрһәтте. Арыҫлан ауыл советы хакимиәте башлығы Айрат Тимербай улы Шәйәхмәтов матди яҡтан ярҙам итте. Сараны Яңауыл башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Бикбулатова бик йәнле итеп алып барҙы.Сарала яңы китап, уның әһәмиәте тураһында Айрат Шәйәхмәтов, Мәләүез район Советы рәйесе, Мәләүез районы тамъяндары ҡорының башлығы Кәрим Сәғитов, Мәләүез ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләлә Рафиҡова, Мәләүез районы архивы начальнигы Ильмира Фәйзуллина, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Тәлғәт Миңлехаҡ улы Шаһманов, рәссам, композитор, шағир, үҙешмәкәр артист, Б. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты Фәнил Яманаев, С. Юлаев ордены кавалеры Рафиҡ Мораҙымов һәм башҡалар тарафынан күп йылы һүҙҙәр яңғыраны.

Сығанаҡ: "Көнгәк" гәзите

Фото: "Көнгәк" гәзите

Автор:
Читайте нас: