Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2023, 08:06

"Беҙ бөтәбеҙ ҙә - бер ғаилә кеүек"

Ә минең бына тракторға күңелем ята, бына был - минеке! - тип көлә Анастасия Константинова.

"Беҙ бөтәбеҙ ҙә - бер ғаилә кеүек"
"Беҙ бөтәбеҙ ҙә - бер ғаилә кеүек"

Көйөргәҙе районының Михайловка ауылынан 26 йәшлек Анастасия Константинова һәр ир-егеттең "танауына сиртә" ала.  Ул атаһының  ҙур фермер хужалығы булыуы, шуға күрә бала саҡтан уҡ хеҙмәткә өйрәнеүе хаҡында һөйләне. Мәктәпте тамамлағандан һуң Анастасия педагогия колледжына уҡырға инергә ҡарар итә, унда мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәсеһенә уҡый.

- Яңыраҡ ҡалала йәшәй башлағас та бының минеке түгеллеген аңланым. Ниҙер быуып, һауа етмәгән кеүек тойолдо, шуға күрә Михайловкаға ҡайтырға булдым, - тип уртаҡлаша Анастасия Константинова. Башта ҡыҙ яҙғыһын сәсеү менән, ә көҙгөһөн уңыш йыйыуҙа ярҙам иткән. Бер килгәнендә Анастасияның атаһы уға тракторҙа ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләй - һәм ҡыҙы үҙ кандидатураһын тәҡдим итә.

- Тәүге ваҡытта ҡурҡыныс булды - трактор шундай ҙур  булып күренә, әммә ул шулай тойола ғына. Тиҙҙән мин уны үҙаллы йөрөтөргә өйрәндем, ә һуңынан тракторҙы йөрөтөү категорияһын алырға тигән ҡарар ҡабул иттем. Маячныйға  барып, документтар биреп, 4 ай уҡып - һәм хәҙер минең таныҡлығым бар. Уҡыусылар араһында мин берҙән-бер ҡыҙ булдым, ҡалғандары - ир-егеттәр. Һәм барыһы ла аптыраны - миңә был ни өсөн кәрәк, ҡатын-ҡыҙ профессиялары етешмәйме ни? Ә минең бына тракторға күңелем ята, бына был - минеке! - тип көлә Анастасия Константинова.

Тағы ла Анастасия Константинова - ҙур һәм изге йөрәкле ирекмән. Мәҫәлән, ул «Батырлыҡ» отряды ҡотҡарыусы-эҙләүселәре иҫәбендә тора, Ростов өлкәһендә ҡаҙыу эштәрендә ҡатнашҡан, шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһына юлланған яҡташтарына әүҙем ярҙам итә.

Фото: Анастасия Константинова

Автор:
Читайте нас: