Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2023, 18:22

Нәркәс Йомағужинаның хеҙмәте баһаланды

Театр етәкселеге тамашала актрисаның йырҙарын ҡалдырырға ҡарар иткән.

Нәркәс Йомағужинаның хеҙмәте баһаланды
Нәркәс Йомағужинаның хеҙмәте баһаланды

Салауат драма театры быйылғы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны. Кисәлә «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» драмаһы күрһәтелде, шулай уҡ «Иң яҡшы актер» премияһы тапшырылды.

Быйылғы миҙгелдең иң яҡшы актеры итеп ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәркәс Йомағужина һайланған. Ул «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» спектаклендә төп ролде башҡарған. Театр етәкселеге тамашала актрисаның йырҙарын ҡалдырырға ҡарар иткән. Шулай уҡ ошо көндәрҙә Нәркәс Йомағужина иҫтәлегенә «Математика судьбы, или 1+1=3» йәштәр драмаһы сәхнәгә ҡуйылды.

Премия Нәркәс Йомағужинаның тормош иптәше, театрҙың художество етәксеһе Мирас Йомағужинға тапшырылған.

Премия 1993 йылда эшҡыуар Салауат Исхаҡов башланғысы менән булдырылған.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас: