Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2023, 21:37

Йәштәр көнө ваҡыты һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде

Быға тиклем  27 июнь билдәләйҙәр ине.

Йәштәр көнө ваҡыты һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде
Йәштәр көнө ваҡыты һәм һабантуйҙар үткәреү тәртибе үҙгәртелде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Йәштәр көнөн байрам итеү көнөн күсереү һәм һабантуйҙарҙы үткәреүҙең яңы тәртибе тураһында закон ҡабул итте.

РФ Президенты бойороғона ярашлы, июнь айының һуңғы шәмбеһендә Йәштәр көнө билдәләнәсәк. Быға тиклем дата даими - 27 июнь ине.

Йәштәр көнөндә хәмер һатыуҙы тыйыу тураһында законға ла үҙгәрештәр индерелде. Әгәр элек алкоголь 27 июндә генә һатылмаһа, хәҙер ул байрам көнөндә генә ғәмәлдә буласаҡ. Аныҡ датаны муниципалитеттар 1 июнгә тиклем билдәләй ала. Был июндең һуңғы шәмбеһе йәки икенсе уңайлы көн булыуы мөмкин.

Бынан тыш, киләһе йылдан республика ҡалалары һәм райондары һабантуйҙар уҙғарыу көндәрен үҙаллы һайлай. Яңы тәртип 2024 йылдан ғәмәлгә индерелә. Парламентта был һауа шарттары йәки башҡа факторҙар арҡаһында хакимиәттәр төбәк башлығы раҫлаған графикты үҙгәртеүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итеүе менән аңлаттылар.

Төҙәтмәләрҙе Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле даталар тураһындағы закондың 2-се статьяһына һәм этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уның әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында закондың 6.2-се статьяһына индереү планлаштырыла.

Фото: https://www.bashinform.ru/news/culture/2015-06-09/v-bashkirii-proydet-traditsionnyy-folklornyy-prazdnik-salauat-yyyyny-2239011

Автор:
Читайте нас: