

Республикала йәшәүселәр оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһында ҡатнаша ала. Бынан алда Дәүләт Думаһында халыҡҡа финанс ярҙамының яңы ҡоралы тураһында закон ҡабул ителгәйне. Ул киләһе йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Программала ҡатнашыусылар аҡса һаласаҡ, ә дәүләт һалынған средстволарҙы берлектә финанслаясаҡ.
Аҡсаны оҙаҡ ваҡытҡа (15 йылға) һалырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы йыл һайын НДФЛ-ды кире ҡайтарыу иҫәбенә 52 мең һумға тиклем өҫтәмә килем аласаҡ. Ә күсерелгән аҡса дәүләт тарафынан 2,8 миллион һумға страховкалана.
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров һүҙҙәренсә, был программа ил халҡының көнкүрешен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.