

Бөгөн, 31 майҙа, Өфөлә Минһажев урамы, 107-се йортта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы асылды. Ул Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошторолдо.
Фонд хәрби махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренә ярҙам итәсәк. Хеҙмәткәрҙәр медицина, психологик һәм социаль ярҙам күрһәтәсәк. Махсус хәрби оперцаия зонаһынан ҡайтҡандарға эшкә урынлашырға, тыныс тормошҡа яраҡлашырға һәм башҡа нәмәлә ярҙам итәсәктәр. Бының өсөн махсус рәүештә 40 социаль координатор әҙерләнгән, йыл аҙағына уларҙың һаны 180-гә етәсәк.
«Улар - хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләренең проблемаларын яҡшы белә һәм уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Республиканың һәр ҡалаһында һәм районында эшләйәсәк», - тип һөйләне Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығының социаль селтәре.