

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторола, тыуған ауылы Яңы Байрамғол мәктәбендә музей эшләп килә, был мәктәптең алдынғы уҡыусыларына махсус премия тапшырыла. Һәм бөгөн ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
"Уның ижады легендар шәхестәргә хас булғансы күп яҡлы ине. Был профессиональ эшендә лә сағылды: ул диктор ҙа, алып барыусы ла, режиссер ҙа. Балалар өсөн тапшырыуҙар яҙһынмы, әкиәттәр уҡыһынмы - барыһын да еренә еткереп, радио тыңлаусыны, тамашасыны уйландырылыҡ итеп башҡарҙы. Әхәт ағайҙың ижады айырым иғтибарға лайыҡ, ул әҙәбиәтебеҙҙә ҙур бер ҡатлам булып тора. Уның мираҫы йылдар үткән һайын ҡиммәтләнә генә барасаҡ, халҡыбыҙҙың рухиәтен артабан да байытасаҡ. Шуның өсөн беҙ уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Рәхмәт, Әхәт Мотаһар улы, рәхмәт, хеҙмәт иткән остазыбыҙ, коллегабыҙ, халҡыбыҙҙың күренекле улы", - тине Башинформ акционерҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров.
Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған.
1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
1986 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ижади конкурсты уңышлы үтеп, радиотапшырыуҙар студияһында диктор булып эшләй башлай. Артабан «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара.
2018 йылдың 13 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды.