Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
31 Май 2023, 11:49

Күршеләр менән татыу йәшәйек!

"Халҡыбыҙҙа «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» тигән әйтемдең мәғәнәһе бик тәрән.

Күршеләр менән татыу йәшәйек!Күршеләр менән татыу йәшәйек!
Күршеләр менән татыу йәшәйек!

Мәсетле районында «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» тип аталған байрамға Дыуан-Мәсетле һәм Ғүмәр ауылдары ағинәйҙәре йыйылған. был турала Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителә.

"Халҡыбыҙҙа «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» тигән әйтемдең мәғәнәһе бик тәрән. Тимәк, күршелек – ул бик изге, ҡиммәтле мөнәсәбәт. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ут күршеләребеҙ менән йылы мөнәсәбәттә аралашып, борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың күршеләр менән дуҫ-татыу йәшәгәндәрен, эштәрҙе бергә эшләп, байрамдарҙы бергә үткәргәндәрен хәтерләнек һәм әле үҙебеҙ ҙә күршелек хаҡын һаҡлап йәшәүебеҙҙе иҫбатлап, күршеләр менән булған төрлө ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, бейешеп-йырлашып ял иттек.

Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп доғалар уҡыныҡ. Быйыл ултыртылған уңыш бай, мул булһын өсөн, ямғырҙарҙың яуып тороуын теләп Ғүмәр ауылы ағинәйҙәре бешереп килтергән бутҡаны ҡоштар өсөн дүңгәләктәргә, ағас төптәренә һалып сыҡтыҡ. Күршеләребеҙ менән татыу йәшәйек!» - ти Дыуан-Мәсетле ауылының әүҙемдәре», - тиелә төркөмдәге яҙмала.

Автор:
Читайте нас