Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Июнь 2023, 18:12

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡас вафат булған

Тыныс йоҡла, яугир!

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡас вафат булғанМахсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡас вафат булған
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡас вафат булған

Борай районы халҡы 35 йәшлек Руслан Яров менән бәхилләште. Ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан булған.

Руслан Яров Борайҙың 1-се мәктәбен тамамлаған. Ҡыҙыҡһыныусан, тырыш уҡыусы ине, тиҙәр уҡытыусылары уның хаҡында. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, спорт менән шөғөлләнгән. Бөрө социаль-педагогия академияһын тамамлаған. 2007 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылған, 2009 йылдың 23 майына тиклем хәрби-диңгеҙ флотында уҡсылар бүлексәһе командиры булып хеҙмәт иткән, кесе сержант дәрәжәһен алған. «СНЭМА СЭРВИС» компанияһында эшләп йөрөгән. Былтыр сентябрь аҙағында мобилизацияланып, махсус хәрби операция зонаһына ебәрелгән.

"Яров Руслан Наварис улы ысын яугир, Борай районының ғорурлығы булды һәм булып ҡалыр. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек яҡындары, туғандары, иптәштәре йөрәгендә мәңге һаҡланыр, ә батырлығы бер ҡасан да онотолмаҫ!", - тип яҙған социаль селтәрҙә Борай районы башлығы Рушан Гәрәев.

Руслан Яровтың ҡатыны һәм алты йәшлек улы ҡалған. Ваҡытһыҙ үлем сәбәбе хаҡында әйтелмәй.

Тыныс йоҡла, яугир!

Башҡортостаным | яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас