Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июнь 2023, 16:40

Әбйәлил районында Ҡырҡтытау һырты үҙләштерелмәй

Республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе - вице-премьер Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙә шулай тип яҙа.

Әбйәлил районында Ҡырҡтытау һырты үҙләштерелмәйӘбйәлил районында Ҡырҡтытау һырты үҙләштерелмәй
Әбйәлил районында Ҡырҡтытау һырты үҙләштерелмәй
Республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе - вице-премьер Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты иғлан иткән аукцион булмаған. Көньяҡ Ниязғол биләмәһен үҙләштерергә теләгән компанияларҙан заявка килмәгән. Эксперттар фекеренсә, Ҡырҡтытау һырты марганец мәғдәненә әллә ни бай түгел йәки ул тәрәндә ята, уны үҙләштереү файҙаһыҙ.

https://vk.com/bstnews
 
Автор:
Читайте нас