Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
3 Июнь 2023, 16:07

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй

Бөгөн яңыртылған лагерҙың беренсе сменаһы 8 июндә үтәсәгенә ышаныс менән хәбәр итә алабыҙ.

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләйКүҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй

"Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй - мин был проектты шулай тип атар инем. "Аҡсарлаҡ" лагерының йоҡо корпустарын юғалтыу беҙҙең өсөн етди һынау булды. Шуға ҡарамаҫтан беҙ үҙебеҙ өсөн йәйге балалар ялы миҙгелен мотлаҡ ойоштороу бурысын ҡуйҙыҡ. Бер ай эсендә спонсорҙар ярҙамында  уңайлы йоҡо йорттары төҙөлөшөн тамамлайбыҙ. Шулай уҡ  башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алынған. Лагерь территорияһында яҡтыртыу приборҙары ҡуйылған, төҙөүселәр  асфальт һала башланы. Бөгөн яңыртылған лагерҙың беренсе сменаһы 8 июндә үтәсәгенә ышаныс менән хәбәр итә алабыҙ. Лагерь, ғәҙәттәгесә, өс заезда тулы сменала эшләйәсәк. Был эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Яңыртылған лагерҙа балаларҙың ялы күңелле һәм файҙалы булыр тип ышанам ", - тип яҙа үҙ сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Фото: Рөстәм Шәрипов сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас