

Мәғлүм булыуынса, Йылайыр районында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, мәшһүр ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың республика бәйгеһе бара. Ул шәхестең тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышланған.
Сара сиктәрендә ҡурайсының тыуған ерендә тантаналы рәүештә башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы, символы булған ҡурайға һәйкәл асылды.
Проекттың һәм идеяның авторы – данлыҡлы ҡурайсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов һәм райондан сыҡҡан башҡа билдәле шәхестәр. Һәйкәл “Атайсал” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
https://vk.com/kurultaibashkir