

5 июндән 15 июнгә тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ошо арала яҙылһағыҙ, журналды осһоҙораҡ хаҡҡа алдырып уҡый алаһығыҙ. Икенсе яртыйыллыҡҡа "Шоңҡар"ға яҙылыу 774 һум 18 тин торһа, был ун көнлөктә 685 һум 62 тингә яҙылырға мөмкин. Индексы – П2711. Шулай уҡ Матбуғат йортонан үҙегеҙ килеп алыу шарты менән дә яҙылырға була.
Был юлы ла йолабыҙға тоғро ҡалып, “Яҙыл да бүләк от” акцияһын иғлан итәбеҙ.
Бының өсөн "Шоңҡар"ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакциябыҙға ебәрегеҙ! Ябай хат менән дә мөмкин, беҙҙең төркөмгә, йә электрон почтабыҙға (shonkar@yandex.ru) һалығыҙ.
Әйткәндәй, атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға "Шоңҡар"ға яҙҙырып, шәп бүләк эшләй алаһығыҙ.