Шоңҡар
+4 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Июня 2023, 14:55

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусыларының береһе йәшәй

Афарин, Милена! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусыларының береһе йәшәйБашҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусыларының береһе йәшәй
Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусыларының береһе йәшәй

Башҡортостанда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусыларының береһе йәшәй. Туймазынан Милена Ғиниәтуллина бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә  «Рәсәйҙең 3-сө уҡыусыһы» исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы милли кейеме» конкурсында еңде.

Туймазы районы башлығы Айҙар Суфиянов һөйләүенсә, 2-се ҡала мәктәбе уҡыусыһы 8-се класты тамамлаған. Ул федераль конкурста ҡатнашҡан 28 ҡатнашыусының береһе булды. Уларҙың уңыштарын бихисап жюри ағзалары күҙәтте. Эксперттар уҡыусыларҙың өлгәшеүен, уҡыуҙағы ғәҙәти булмаған ҡаҙаныштарын, шулай уҡ уларҙың ижтимағи, мәҙәни һәм спорт ҡаҙаныштарын баһаланы.

Милена Ғиниәтуллина  йөҙөүҙә һәм художестволы гимнастикала спорт еңеүҙәре менән жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы.

 

Фото: Туймазы районы хакимиәте

 

Автор:
Читайте нас