+12 °С
Болотло
Был төндә, 9 июндә, Башҡортостандың төньяғында йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән урыны менән томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмейәсәк. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртте.
Республика Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа температураһы төнөн +4, +9 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. +18, +23 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыштан талғын ел иҫәсәк.