Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июнь 2023, 04:30

Водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡың килмәһә...

Башҡортостан парламентарийҙары саҡырыу буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгәндәр өсөн яңы яза уйлап тапты.

Водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡың килмәһә...Водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡың килмәһә...
Водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡың килмәһә...
Башҡортостан парламентарийҙары саҡырыу буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгәндәр өсөн яңы яза уйлап тапты. Депутаттар водитель таныҡлығын ғәмәлдән сығарыуҙы туҡтатыу тураһында закон проектын ҡарауға сығарырға ниәтләй.

ЮХХДИ һәм Башҡортостан хәрби комиссариаты берҙәм водителдәр реестры саҡырыу комиссияһына килеүҙе контролдә тоторға мөмкинлек бирә. Әгәр кеше саҡырыу ҡағыҙын алғандан һуң 20 көн эсендә комиссияға килмәһә, уның водитель таныҡлығының ғәмәле туҡтатыла, ә Рәсәй буйлап автомобиль менән хәрәкәт итеү сикләнә. Был хаҡта Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Елена Родина белдерҙе, тип хәбәр итә «Коммерсант - Өфө».

Был яңылыҡ хәрби иҫәп һәм саҡырыуға бәйле граждандарға хәбәр итеү механизмының һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирер тип күҙаллана.
Автор:
Читайте нас