Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 13:28

Башҡортостанда һабантуйҙа ҡорот эшләү буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылды

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡорот киптерелеп, махсус операция зонаһына ебәреләсәк.

Башҡортостанда һабантуйҙа ҡорот эшләү буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылдыБашҡортостанда һабантуйҙа ҡорот эшләү буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылды
Башҡортостанда һабантуйҙа ҡорот эшләү буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылды

Башҡортостанда һабантуйҙа ҡорот эшләү буйынса Рәсәй рекорды ҡуйылды. Иң ҙур ҡоротты Хәйбулла районында әҙерләгәндәр.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡороттоң ауырлығы 442,6 килограмм тәшкил иткән. Рекордты Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперты теркәгән.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡорот киптерелеп, махсус операция зонаһына ебәреләсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас