Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 15:29

Үле балыҡтар менән йылға тулған...

Был хәлгә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов яуап бирҙе.

Үле балыҡтар менән  йылға тулған...Үле балыҡтар менән  йылға тулған...
Үле балыҡтар менән йылға тулған...

Әбйәлил районы халҡы үле балыҡтарҙың күплеген  Ҡыҙыл  йылғаһы төбөндә видеоға төшөргән. Быны раҫлаған кадрҙар социаль селтәрҙәргә таратыла башланы.

Был хәлгә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов яуап бирҙе. Ул проблеманы өйрәнеүгә экологтарҙы һәм башҡа күҙәтеү органдарын йәлеп итеүҙәрен хәбәр итте.

«Ағымдағы хәл тураһында хәбәр итербеҙ», - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

 

 

Автор:
Читайте нас