

12 июндә Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Һыу яҡтыһы» йәштәр фестивале үтә. Программа сиктәрендә танылған бейеүсе Эли Нафиҡова, Виталий Уливнов, Роберт Әмировтың баттлдар, оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ.
Сәғәт 16:00 "Рэп 02" фестивале рэп һәм хип-хоп музыка һөйөүселәрҙе йыя, бәләкәй сәхнәлә саҡырылған эксперттар иң билдәле башҡарыусыларҙы һайлай, улар араһында рэп-баттлдар буласаҡ. Эксперттарҙың береһе - Алтынай Вәлитов, һайлап алғандан һуң ул төп сәхнәлә сығыш яһаясаҡ.
Киске сәғәт 6-ла «ЭлектроУфа» проекты башлана. Электрон музыканың йүнәлештәре йылдан-йыл үҫешә бара, быйыл диджейҙарҙың һайлап алыу этабы бәләкәй сәхнәлә үтәсәк.
Конкурстың финалы ҙур сәхнәлә үтә, унда иң яҡшы башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Marat Taturas (Марат Файзуллин), Ursai, Malsi Music, VRDNPRVCHK.