Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Июнь 2023, 05:15

Өфөлә уҙасаҡ Матбуғат байрамына саҡырбыҙ

Иң мөһиме – байрамда яратҡан республика гәзит, журналдарына яҙылырға һәм шунда уҡ ҡиммәтле бүләктәр оторға мөмкин.

Өфөлә уҙасаҡ Матбуғат байрамына саҡырбыҙӨфөлә уҙасаҡ Матбуғат байрамына саҡырбыҙ
Өфөлә уҙасаҡ Матбуғат байрамына саҡырбыҙ

 

14 июндә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто Матбуғатҡа яҙылыу көнө үткәрә.

14 июндә Өфөләге Матбуғат йорто алдындағы майҙанда республиканың мәҙәниәт оҫталары ҙур концерт ҡуя. Дуҫтар!
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте китап уҡыусыларға бүләктәр әҙерләне. “Китап” н үҙ продукцияһы күргәҙмәһен ойоштора, китап уҡыусыларға бүләктәр әҙерләне

Байрам 14 июндә  иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 5 июндән  15 июнгә   тиклем гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ошо арала яҙылһағыҙ, журналды осһоҙораҡ хаҡҡа алдырып уҡый алаһығыҙ. Икенсе  яртыйыллыҡҡа "Шоңҡар"ға яҙылыу 774  һум 18 тин торһа, был ун көнлөктә 685 һум  62 тингә яҙылырға мөмкин. Индексы – П2711. Шулай уҡ Матбуғат йортонан үҙегеҙ килеп алыу шарты менән дә яҙылырға була. 

 Был юлы ла йолабыҙға тоғро ҡалып, “Яҙыл да бүләк от” акцияһын иғлан итәбеҙ.
Бының өсөн "Шоңҡар"ға яҙылып, квитанция күсермәһен редакциябыҙға ебәрегеҙ! Ябай хат менән дә мөмкин, беҙҙең төркөмгә, йә электрон почтабыҙға (shonkar@yandex.ru) һалығыҙ.

 Атай-әсәйҙәрегеҙгә, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға "Шоңҡар"ға яҙҙырып, шәп бүләк эшләй алаһығыҙ. 

Фото: "Шоңҡар"

 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас