

Туймазыла парикмахер мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һәм СВО яугирҙарының сәсен бушлай ҡырҡа
Айгөл Ғәбиҙуллина - «Изгелек парикмахеры» ирекмәнлек проекты ҡатнашыусыһы. Ошо көндәрҙә оҫтаға 12 йәшлек Илназ Дәүләтов сәс алдырырға килгән. Малай ике йыл элек ток һуҡҡандан һуң ике ҡулһыҙ ҡалған.
Илназ был юлы сәсен генә алдырмаған, оҫтаға «Изгелек парикмахеры» проекты етәксеһе Татьяна Овсянникова исеменән фирма кәрәк-яраҡтары тапшырған. Тупланмала сумка, парикмахер алъяпҡысы һәм логотип төшөрөлгән ябыу. Әйткәндәй, Айгөл Ғәбиҙуллина хәйриә проекты хаҡында Илназдың әсәһенән белеп ҡалған. Дәүләтовтар иһә Овсянникова менән «Йыл кешеһе» премияһының бүләкләү тантанаһында танышҡан.
– Бушлай сәс алдырыуға күбеһенсә райондың социаль яҡлау бүлегенән ебәрәләр. Бының өсөн алдан яҙылырға ғына кәрәк. Бер нисә аҙна элек Серафимовка балалар йортона барып, сабыйҙарҙың сәсен алып, бүләктәр тапшырып ҡайттым. Бынан тыш, үҙемдең теләгем менән СВО-ла ҡатнашҡан егеттәрҙең сәсен бушлай ҡырҡам, - ти оҫта.
Афарин, Айгөл!
https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_61509