+21 °С
Болотло


Рәсәй турисы Истанбул үҙәгендә талаусылар менән һуғышҡандан һуң һәләк булған, тип хәбәр итә "Habertürk" телеканалы.
"Таксим районында, Истанбулда, ҡот осҡос ваҡиға булған. Рәсәй турисы Вячеслав Нечипорчуктың телефонын тартып алырға теләгәндә, ҡаршылыҡ күрһәткән ваҡытта, йөрәгенә бысаҡ менән сәнскәндәр. Рәсәй кешеһе йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылғандан һуң һәләк булған", - тип асыҡлыҡ индерҙе телеканал.
Полиция ваҡиғаны тикшерә башлаған.
Фото: Видеокүҙәтеү камераһынан скриншот.