Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Июнь 2023, 16:03

Өфөлә Әсәлек капиталын теләһә нәмәгә тотонған ҡатынды тотҡандар

Тәфтишселәр версияһы буйынса...

Өфөлә Әсәлек капиталын теләһә нәмәгә тотонған ҡатынды тотҡандарӨфөлә Әсәлек капиталын теләһә нәмәгә тотонған ҡатынды тотҡандар
Өфөлә Әсәлек капиталын теләһә нәмәгә тотонған ҡатынды тотҡандар

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2019 йылдың авгусында Өфө ҡыҙы, бала тыуыуға дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы булараҡ, бюджет аҡсаһын урлау өсөн ҡулланыусылар кооперативы һәм коммерция фирмаһы хеҙмәткәрҙәре менән килешеү төҙөй. Ойошма хеҙмәткәрҙәре уның Ауырғазы районында йорт төҙөүгә заем алыуы тураһында ялған документтар әҙерләгән.

Ысынында иһә ул торлаҡ шарттарын яҡшыртырға йыйынмаған. Ул кооперативтан үҙенең банк иҫәбенә 408 мең һумдан ашыу аҡса алған һәм теләһә нәмәгә тотонған.

Һуңынан пенсия органы ялған документтар нигеҙендә уның иҫәбенә заем килешеүе буйынса иҫәпләнгән әсәлек капиталы аҡсаһын күсерә.

Өфө Ҡалаһы Совет районы прокуратураһы ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Мутлашыусының мөлкәтенә арест һалынған.

Енәйәт Эше Өфөнөң Совет район судына ебәрелгән. 

Автор:
Читайте нас