+21 °С
Болотло


Шәмбе, 24 июндә, Башҡортостанда алкоголь һатыу тыйыла. Был июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләнгән Йәштәр көнөн байрам итеүгә бәйле.
Сикләүҙәр магазиндарға ғына ҡағыла, ләкин йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына ҡағылмай. Закон талаптарын боҙған өсөн штраф формаһында административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Бынан алда һуңғы ҡыңғырау көнөндә - 22 майҙа ошондай тыйыу индерелде. Шулай уҡ ул айырым муниципалитеттарҙа һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә һатылмай.