

Ашығыс Кесарь операцияһынан һуң хәлһеҙ ятҡан йәш әсә палатаһына ике табип килеп инә. Башлап һүҙ ҡушырға береһе лә ҡыймай. Сабыйҙары өсөн хафаланған әсә лә, йән өшөткөс яңылыҡ ишетеүҙән ҡурҡып, һорарға ашыҡмай. Табиптар тынлыҡты боҙмай ғына тәүгә әсәй булған ҡатынға тынысландыра торған укол яһайҙар. Шунан инде дөрөҫөн әйтәләр. Ике ҡыҙы бер-береһенә баш һөйәктәре менән тоташҡан. Сабыйҙар — сиам игеҙәктәре...
1987 йылдың йәйе, Литваның Алитус ҡалаһы. Дайва менән Бронюс Тамулявичуте тәүгә ата-әсәй булырға әҙерләнә. Башҡаларҙан был ғаилә артыҡ бер нәмәһе менән дә айырылмай. Ҡатыны — тегеү фабрикаһында, ире электрик булып эшләй. Буласаҡ әсәнең ауырлы ваҡыты яҡшы үтә. Ул үҙен һәйбәт тойғас, табиптар ҙа анализдар бирҙертеп, УЗИ үткәреп, тикшеренеүҙәр менән артыҡ йонсотмай. Сиам игеҙәктәре тыуырын бер нәмә лә һиҙҙертмәй. Дайва хатта ҡарынында ике сабый булғанын да белмәй.
Ваҡыты етеп, баланы таба башлағас, табиптар сабыйҙың өс аяҡ менән сыҡҡанын күрә. Шунда уҡ Дайваға көсәнеүҙе туҡтатырға ҡушалар һәм Кесарь операцияһы яһайҙар. Ошо мәлдә генә бәпәйҙәр бер-береһенә баштары менән тоташҡаны асыҡлана. Йөҙҙәре төрлө яҡҡа ҡараған. Береһе арҡаһында ятһа, икенсеһенең йөҙө ҡырға йүнәлгән. Етмәһә, ҡыҙҙарҙың һаулыҡтары ла бик насар була. Икеһе бергә ни бары 3600 г тәшкил итә. Бер кем дә уларҙың тере ҡалырҙармы, юҡмы икәнен аныҡ ҡына әйтә алмай.
Бәпәйҙәрҙе әсәһенә өс көн үткәс кенә күрһәтәләр. Билдәле, үҙенсәлекле балалар тыуғас, әсә кешенең йөрәге өҙгөләнә. Иҫән ҡалырҙармы? Һау-сәләмәт булып үҫерҙәрме? Кешеләр, тиҫтерҙәре нисек ҡабул итер? Нисек тәрбиәләргә? Ҡатындың уйҙарында ниндәй һорауҙар ҡайнағанын күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәш әсә оҙаҡ ҡына тыныслана алмай. Ошо осорҙа Дайва иренең ярҙамын ныҡ тоя. Атай кеше ҡатынына йылы һүҙҙәр әйтеп, барыһы ла яҡшы буласағына ышандырып, янынан китмәй йыуата. Шунда уҡ Бронюс сабыйҙарға ярҙам итерлек табиптар ҙа эҙләй башлай.
Ҡыҙҙарға Виталия һәм Вилия тип исем бирәләр. Тәрбиә етешкән сабыйҙар “терелеп” китә, ҡәҙимге бәпәйҙәр һымаҡ үҫешәләр. Шуға ҡарамаҫтан, ғүмерҙәренең тәүге йылдарын сиам игеҙәктәре дауахананан дауаханаға йөрөп үткәрә. Ата-әсә ҡыҙҙарын айырып, һәр береһенә айырым яҙмыш, башҡа кешеләр һымаҡ тормош бүләк итергә тигән өмөттән өҙөлмәй. Тик ундай ҡатмарлы эшкә тотонорлоҡ белгес тиҙ арала табылмай. Медицина өлкәһендә баштары менән тоташҡан сиам игеҙәктәрен уңышлы айырған табип ул мәлдә булмай. Сабый саҡтарында тик ятһалар ҙа, үҫкән ҡыҙҙарҙың, барлыҡ балалар һымаҡ, йүгергеһе, шаярғыһы, уйнағыһы килә. Йылдан-йыл уларға хәрәкәт итеүе ауырлаша бара.
Вилия менән Виталияға ике йәш тулып китә. Ҡатмарлы операцияға тотонорға теләүселәр һаман юҡ. Һәр хирург ата-әсәгә ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай: баштары менән тоташҡан игеҙәктәрҙе айырған осраҡтар барыһы ла быға тиклем күңелһеҙ тамамлана. Йә бер бала, йә икеһе лә үлә. Ә Виталия менән Вилияның мейеләре тоташҡан булыу ихтималлығы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Бер кем дә ҡыҙҙарҙың, исмаһам, береһе булһа ла тере ҡалып, нормаль рәүештә үҫешәсәк тигән гарантия бирә алмай.
Дайва менән Бронюстың ныҡышмалығы, ҡыҙҙарына ҡарата сикһеҙ яратыуҙары булмаһа, хәлдең нисек тамамланыуын күҙ алдына килтереүе ауыр. Улар ҡыҙҙарҙы дауахананан дауаханаға алып йөрөп, тикшертә, ҡыйыу хирург эҙләүҙәрен дауам итә. Өҙлөкһөҙ тикшеренеүҙәрҙән һуң ҡыҙҙарҙың ҡан системаһы айырым булыуы, мейеләре ҡушылмағаны асыҡлана. Операция уңышлы тамамланыу ихтималлығы күпкә арта. Әммә кем был ауыр, ҡатмарлы эшкә тотонһон?
Оҙаҡ ваҡыт уйланғандан һуң, операцияға профессор, нейрохирург Александр Коновалов тотонорға ризалыҡ бирә. Мәскәүгә ҡыҙҙарҙы Бронюс алып килә. Дайва ул ваҡытта өсөнсө балалары – бер йәшлек улдары менән өйҙә ҡала. Әммә әсә кеше түҙмәй, өс көндән ҡыҙҙары янына килеп етә.
Виталия һәм Вилияға ғүмер биргән операция егерме сәғәт тирәһе дауам итә. Александр Коновалов эште еренә еткереп башҡара. Операция һәйбәт үтә. Әммә хатта уңышлы тамамланыу ҙа ҡыҙҙар имен-һау булып үҫәсәк, йәшәйәсәк тигәнде аңлатмай. Бер йыл үткәс кенә, ҡыҙҙар һау икәндәре, аң кимәле менән йәштәштәренән ҡалышмауҙары билдәле була.
Александр Коновалов аҙаҡ был операция өсөн Гиннесстың рекордтар китабына инә һәм Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
Ҡыҙҙарҙы айырыу берҙән-бер операция түгел. Баш һөйәктәрен ҡапларға тире күсереү, уны реконструкциялау кәрәк, пластик операциялар яһала. Бәләкәй генә балаларға хирург бысағы аҫтына 20 тапҡыр ятырға тура килә. Кескәйҙәрҙең, күрәһең, йәшәргә ынтылыштары, көстәре ныҡ булған. Барыһын да яҡшы үткәреп, ата-әсәһен, яҡындарын ҡыуандырып, башҡа балалар һымаҡ үҫеп, ҡустыларына яҡшы апайҙар булып, буй еткерәләр.
Вилия менән Виталияға айырылғас та еңелдән тура килмәй. Улар һәр ваҡыт журналистар иғтибары аҫтында үҫә. Йәштәштәре лә көлгән, илатҡан, үсекләшкән саҡтары була. Хатта икенсе балалар менән һуғышып та китәләр, әммә үҙҙәрен йәберләтергә юл ҡуймайҙар.
Хәҙерге көндә ҡыҙҙарға 36 йәш. Улар Вильнюс ҡалаһында йәшәй. Икеһе лә белемле: Вилия — тарих уҡытыусыһы, Виталия сәнғәт тарихы белгесе дипломына эйә. Китап уҡырға яраталар. Үҙҙәре кеүек уҡырға яратыусыларҙы берләштергән клуб та ойошторғандар. Әлегә, билдәле булыуынса, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмаған. Улар атаһы кеүек үк көслө, мәрхәмәтле, тырыш егет осратыуҙарына ышана.
Хәҙер инде, ситтән ҡарағанда, сиам игеҙәктәре башҡаларҙан бер нәмә менән дә айырылмай: эшләйҙәр, сәйәхәт итәләр, күңел асалар, дуҫтары менән киноға йә театрға йөрөйҙәр... Вилия менән Виталия бәхетле тормош бүләк итеүсе ата-әсәһенә, ҡыйыу нейрохирургка, улар янында булған табиптарға әле лә сикһеҙ рәхмәтле.
Айгөл СӘЛӘХОВА.