

Бөрйән ырыуы съезында раҫланған резолюцияла билдәләнгәнсә, ырыуҙар берләшмәһе эше даими барырға тейеш.
— Әлегегә оҡшаш съездар — үткәндәрҙе барлау, башҡарылғандар хаҡында фекер туплау, үҫештең стратегик йүнәлештәрен билдәләү майҙаны. Был йыйын Бөрйән ырыуы вәкилдәренең үҙ тарихына, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф түгеллеген күрһәтте, — тине бөгөн һайланған ырыу башлығы Марсель Гүмәров.
«Үҙ ырыуыңдың лайыҡлы вәкилдәре булыу, мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереүҙе, халыҡтың именлеген даими хәстәрләү, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү - өҫтөнлөклө бурыстар», - тиелә резолюция тексында. Был йәһәттән съезда ҡатнашыусылар Бөрйән ырыуының арҙаҡлы шәхестәренең мәҙәни, тарихи мираҫын өйрәнергә һәм популярлаштырырға, ырыу биләмәһендә шәжәрә байрамдарын үткәреү буйынса эште дауам итергә әҙер.
https://vk.com/kurultaibashkir?trackcode=d6a1d5ecmCu_tDOgZR86xYuyK9BWCXVAtqIDsS8VEFlw9TSem-EsSgMy4f0LZi3NkL0Y3l06R1qGrAGpLAkKWWH_a-r6