Йәмғиәт
18 Июня 2023, 03:21

Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан был һөнәргә тоғро ҡалған өс быуын гүзәл заттар менән таныштырып китәйек.

Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнәБөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Өс быуын был һөнәргә тоғро ҡалған

Бөгөн – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан был һөнәргә тоғро ҡалған өс быуын гүзәл заттар менән таныштырып китәйек. Күгәрсен районының Бикбулат ауылында тыуған, 71 йәшенә тиклем республиканың клиник онкология диспансерында анестезиолог-реаниматолог эшләгән Янбаева Сания Закир ҡыҙы эшен яратып башҡара. Юғары, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ аҡ халатлы фәрештә ҡыҙына, ейәнсәренә лә был һөнәргә ҡарата һөйөү уята.

Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип-гинеколог Ғарипова Гөлназ Юлай ҡыҙы Өфөлә тыуып-үҫә. 1996 йылда БДМУ-ны уңышлы тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Өфөнөң 22-се дауаханаһында эшләй. Ауырыуҙарға беренсе ярҙам күрһәтеү менән, мөләйемлелеге менән күңелдәрен дә имләй. Әлеге ваҡытта Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә эшләй.

Атаһы, атаһы яғынан олатай-өләсәйҙәре лә табип булған Ғарипова Гүзәл Рәшит ҡыҙы өләсәһе, әсәһе юлын лайыҡлы дауам итеүсе. Әлеге ваҡытт БДМУ-ның ординатураһын тамамлаған йәш белгес Өфөнөң 8-се балалар табыу йортонда үҙен неонатолог булараҡ һынап та өлгөргән. Изге һөнәргә тоғро ҡалған йәш белгескә эшендә уңыштар теләйек.

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:
Читайте нас